Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ

Просмотров: 577

ТУЙМАЗЫ ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ. 1990 й. Туймазы татар дәүләт драма театры булараҡ асыла. Театрҙың беренсе баш реж. — И.С.Гәрәев (1990—92). Труппаның тәүге составына Р.Я.Гәрәева, Р.Ш. Ключарёва, Д.Р.Ҡотдосов, Ғ.Х.Латипова, Т.Д.Нәҙершин, М.Е.Сидорова, Л.Н. Сөләймәнова, А.Х.Солтанов инә. Иң тәүге спектакль — М.Фәйзиҙең “Аҡ ҡалпаҡ” (1991) драмаһы. Репертуары — татар: Т.Ғ.Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл малайҙары”, А.М.Ғиләжевтең “Өс аршин ер”, Н.М. Ғиматдинованың “Сихырсы” повесы б‑са Р.Шәриповтың ш. уҡ исемле спектакле, Ғ.Туҡайҙың әкиәте б‑са Г.Рәхимдең “Кәзә менән Һарыҡ”, Ф.Ғ. Яруллиндың “Бурҙың бүрке яна”; башҡ.: “Ай тотолған төндә”, Л.В.Вәлиевтең “Их, кәләше!”, Н.Ғәйетбайҙың “Онотолмай беренсе мөхәббәт”; урыҫ: А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), Р.Х.Солнцевтың “Беҙҙең бәпембә” (“Наш одуванчик”), И.П.Токмакованың “Морозко”, Б.Рацер һәм В.Констаниновтың “Емеля нисек Барбиҙы яратты” (“Как Емеля Барби полюбил”); сил ил: П.Кальдерондың “Күҙгә күренмәҫ ханым” (“Дама‑невидимка”), Э.Золяның “Рабурден вариҫтары” (“Наследники Рабурдена”), Ф. Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”; спектакль — Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты; Мәскәү, 2000) — әҙәбиәте әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала. Гәрәев ҡуйылышындағы Н.Иҫәнбәттең “Портфель” спектакле киҫкен сатира, мизансценаларҙы һәм күмәк күренештәрҙе аныҡ хәл итеү м‑н айырыла. Ә.Ҡ.Сафиуллиндың (1994—96 йй. баш реж.) “Театр‑татар‑баҙар, йәки Бер саҡ йәрминкәгә барғайныҡ” (И.Ғ.Юзиев), “Аршин мал алан” (У.А.Гаджибеков), “Торна ҡанаттары” (“Журавлиные перья”, Д.Киносита) ке¢ек эштәренә сағыу тамаша, лирик‑комедия йүнәлеше хас. Постановкаларҙы ш. уҡ Ф.Ҡ.Ҡасимова, Р.И.Мозаһитов, О.З.Ханов, Б.Б.Хәйбуллин, Шәрипов, Р.М.Әйүпов ҡуя; художестволы биҙәү м‑н — Т.Ғ.Йәнекәев, А.И.Карякин, И.Ә.Саяпов, К.Чарыев; муз. яҡтан биҙәү — А.Р.Латипов, Р.М.Хәсәнов, М.И. Шәмсетдинова; хореография м‑н В.С.Кантюков, И.В.Тимощук, И.Х.Хәбиров, Р.Н.Хәбирова шөғөлләнә. 1993—94 йй. труппаны ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар Г.Д.Ғибатова, Ф.Ф.Ғәбиҙуллин, Д.М.Нуриханов, И.А.Мөхәмәтйәнова, Г.Ф. Хәбибуллина һ.б. тулыландыра. 2000 йй. театр ижады төрлө художество алымдарҙы һәм кәүҙәләндереү ысулдарын эҙләү м‑н билдәләнә. Репертуарында башлыса хәҙ. заман башҡ. һәм татар авторҙарының комедиялары: С.Я.Латиповтың “Әл-лә-лә!”, Д.Х.Сәлиховтың “Мөгөҙлө Мәүлихән”, Ф.Ғәлиевтең “Америка картуфы”, ш. иҫ. лирик (“Яусы”, Н.Ғәйетбай), муз. (“Күктән төшкән бәхет”, Н.Асанбаев) һ.б. әҫәрҙәр. У. Шекспирҙың “Гамлет” спектакле (Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты; Мәскәү, 2004) үҙенсәлекле режиссёрлыҡ интерпретацияһы м‑н; М.Ғ.Мөсифуллиндың “Бөтә тормошҡа тиң төн” мистик драмаһы тәрән трагик, фәлс. яңғыраш; Н.Хикмәттең “Онотолған әҙәм” спектакле (спектакль — Н.Хикмәттең 100 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша, Анкара, 2002; бөтәһе лә — Ханов постановкаһында) көслө драматизм, образдарҙың илһам көсө м‑н айырылып тора. Бөйөк Ватан һуғышының 60 йыллығына арналған А.Дударевтең “Рядовойҙар” (“Рядовые”) спектакле айырым актёр эштºренең оҫталығы м‑н айырыла (реж. А.Ә.Абушахманов). Б.Н.Ибраһимов тарафынан (2007—16 йй. баш. реж.) М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!”, З.Хәкимдең “Бейеүсе”, Ф.М.Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт”, Н.Асанбаевтың “Рәйсә + Фәйзи” һ.б. спектаклдәр ҡуйыла. Театр репертуарында ш. уҡ балалар өсөн И. һәм Я. Златопольскийҙарҙың “Метёлыч һәм Бантик” (“Метёлыч и Бантик”), М. Рыжкованың “Тылсымлы таяҡ” (“Волшебная палочка”), А.Князьков һәм К.Черкасскаяның “Емелдәүсе уттарҙың сере” (“Тайна мерцающих огоньков) әҫәрҙәре; М.Йәлил, Ә.М.Мирзаһитов, Һ.Таҡташ, Ғ.Туҡай һ.б. ижады т‑да әҙәби‑художество программалар бар. Постановкаларҙы ш. уҡ Гәрәев, Н.И. Ирсаева, С.Ф.Нурисламов, В.И. Сурков šуя; художестволы биҙәү м‑н — Р.М.Арыҫланов, Н.Ғ. Байбурин, Р.Р. Ғосманова, Д.П. Хильченко; муз. биҙәү м‑н Р.Р.Сәғитов, Ю.Х.Үҙәнбаев шөғөлләнә. Труппаға ӨДСА‑ның махсус курсын тамамлаусылар А.Ф.Вәлиева, Д.Ф. һәм Р.Р. Вәхитовтар, А.Х.Ғайсаров, Д.Р.Мәжитов, Г.Р.Йосопова һ.б. килә. Театр Рәсәй, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: Т.Ш. Мөхәмәтов (1990 й. алып), Гәрәев (1992 й. алып), Солтанов (2004), Ғәбиҙуллин (2005 й. алып). 1992 й. алып Октябрь майҙанында үҙ бинаһы бар.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019