Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы

Просмотров: 725

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (10.5.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сыңғыҙ а.), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1978), БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1972) артисы. 1960 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1983—87 йй. Башҡ. филармонияһының балет артисы. 1991 й. башлап Рәми Ғарипов ис. 1‑се Респ. башҡ. гимназия‑интернатының, 1994—2012 йй. — Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия‑интернатының, бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Өфөнөң 144‑се гимназияһының бейеү коллективтары етәксеһе. Үҙенсәлекле бейеүсе. Т. башҡарыу сәнғәте нәфислек һәм тәбиғи һығылмалылыҡ м‑н айырылып тора. “Биҙрә менән бейеү”, “Бишбармаҡ”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Гөлнәзирә”, “Етеҡыҙ”, “Зарифа”, “Шаян ҡыҙҙар” бейеүҙәрендә, “Тыуған Урал” муз.-хореография композицияһында һ.б. сағыу сәхнә образдарын тыуҙыра. “Заһиҙә” бейеүендә тыуған ерҙе һәм тәбиғәт матурлығын һынландырған башҡ. ҡатынының ҡабатланмаҫ образын кәүҙәләндерә. Зифа буй, пластика һәм һығылма ҡулдар Т. милли башҡ. характерын нескә үҙенсәлек м‑н асырға ярҙам итә. Т. башҡарыуында көнсығыш халыҡтары (вьетнам, һинд, корея, пакистан һ.б.) бейеүҙәре лә юғары проф. оҫталыҡ м‑н айырылып тора. Молдавия (1972) һәм Эстон (1977) ССР‑ҙарында үткәрелгән РСФСР, Яҡут АССР‑ындағы БАССР (1978) әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 20‑нән ашыу илендә гастролдәрҙә була. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (София, 1968; алтын миҙал); Бөтә Рәсәй йыр, бейеү һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре смотры дипломанты (Мәскәү, 1978). БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1974), Ғ.Сәләм ис. пр. (1968) лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019