Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАҒОЛОВ Артур Бәҙри улы

Просмотров: 471

ТУҠТАҒОЛОВ Артур Бәҙри улы (2.1.1967, Ырымбур өлк. Кесе Сурай а.), йырсы, музыкант‑аккомпаниатор (баян, баҫмаҡлы музыка ҡоралдары). БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1997) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1993; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы). 1990 й. алып Башҡ. филармонияһының “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмө солисы (1995—99 йй. художество етәксеһе), 2000 й. — “Далан” фольклор‑эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. Йырсы репертуарында Б.М.Ғайсин, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Г.Хәкимов, Р.М.Яхин, үҙе ижад иткән йырҙар; “Ир‑егет”, “Каруанһарай”, “Әй‑һәйлүк”, “Сәриә” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. 100‑ҙән ашыу йыр, ш. иҫ. Р.Й.Ғарипов шиғырына “Ай‑һай Салауат”, Д.Х.Булгакова шиғырына “Атай йорто”, С.Әлибай шиғырына “Сал Урал”, авторы. Мәскәүҙә (1997, 2007), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2006) БР көндәрендә, Ырымбур өлк. (Ырымбур ҡ., 2007) БР мәҙәниәте, Үзбәкстанда (Ташкент) РФ көндәрендә, “Петербург һабантуйы” халыҡ байрамында (С.‑Петербург; икеһе лә — 2008) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова   

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019