Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛЕБАЕВ Мөхәмәт Усман улы

Просмотров: 405

ТҮЛЕБАЕВ Мөхәмәт Усман улы (25.1.1945, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Сермән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сермән а.), ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1963—65 йй. һәм 1970 й. алып (1970—2007 йй. ҡурай түңәрәге етәксеһе) Белорет р‑ны Шығай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Т. – тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙарының һәм инструменталь көйҙәренең70‑тән ашыу варианты бар: “Байыҡ”, “Боронғо һалдат маршы”, “Буранбай”, “Заһиҙә”, “Зарифа”, “Ҡағы таш”, “Ҡалды”, “Ҡаһым түрә”, “Ләңке ташы”. ТАССР‑ҙа үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан, 1989), “Вашшои” Бөтә донъя фольклор фестивалендә (Осака ҡ., Япония, 2000) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Германия, Ватикан, Италия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә — Мәскәү), И.Дилмөхәмәтов ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., 1990; Гран-при), Төбәк‑ара ҡурай байрамы (Октябрьский ҡ., 2005; Гран-при) лауреаты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019