УГРЮМОВА Татьяна Степановна
УГРЮМОВА Татьяна Степановна (18.2.1946, Калинин ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969) ӨДСИ‑лә уҡыта (1971 й. алып музыка һәм композициялар тарихы, теорияһы, 1972 — 73 йй. һәм 1978 — 94 йй. музыка тарихы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда проф. музыканың формалашыуына һәм үҫешенә, башҡ. композиторҙары ижадына, башҡ. операһы тарихына, ш. уҡ урыҫ музыкаһының төрлө жанрҙары тарихы мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, училищелар һәм вуздар өсөн башҡ. музыка сәнғәте тарихы б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.
Х е ҙ м.: Башкирская опера. Уфа, 1997.
А.Р.Сабирова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова