Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ КӨНКҮРЕШ ТАСУИРЛАМАҺЫ МЕНӘН МУЗЫКАҺЫ ҺӘМ ЙЫРҘАРЫ”

Просмотров: 238

“УРАЛ МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ КӨНКҮРЕШ ТАСУИРЛАМАҺЫ МЕНӘН МУЗЫКАҺЫ ҺӘМ ЙЫРҘАРЫ” (“Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта”), башҡорттар, татарҙар, типтәрҙәр һәм нуғайбәктәрҙең халыҡ муз. ижадына арналған ғилми баҫма (1897). С.Г.Рыбаков тарафынан 1893—94 йй. Көньяҡ Урал буйлап экспедиция ваҡытында тупланған материалдар нигеҙендә төҙөлә. Китап Урал һәм Урал алды төрки халыҡтарының муз. фольклоры б‑са рев‑цияға тиклемге тәүге һәм берҙән-бер академик баҫма булып тора. “Уралдың башҡа милләт халыҡтарының хәҙерге хәле һәм көнкүреше тураһында очерктар” (“Очерки быта и современного состояния инородцев Урала”) һәм “Урал мосолмандарының ижади әҫәрҙәре” (“Произведения творчества уральских мусульман”) бүлексәләренән торған инеш өлөшөндә халыҡ музыкаһы т‑да мәғлүмәттәр бирелә; “Уралдың башҡа милләт халыҡтарының баҫма ижады өлгөләре” (“Образцы книжного творчества инородцев Урала”) бүлегендә мөнәжәттәр һәм бәйеттәр тикшерелә; ноталар бүлегенә йырҙар һәм инструменталь көйҙәр (204, шуларҙың 128‑е — ҡурай өсөн) индерелгән; китап “Урал мосолмандары араһындағы йырсылар һәм музыканттар (сәйәхәт очерктары)” [“Певцы и музыканты среди уральских мусульман (очерки путешествия)”] бүлеге м‑н тамамлана. Йыйынтыҡҡа ҡушымталарҙа экспедиция маршруттарының картаһы, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, әрмән халыҡтарының, ҡазан һәм әстерхан татарҙарының йырҙарын һәм көйҙәрен туплаған “Азиатский музыкальный журнал” (“Азия музыка журналы”, 1816), Орск өйәҙе 2‑се Этҡол а. башҡ. ҡурайсыһы Т. Ғөбәйҙуллиндың портреты бирелгән. Һәр йырсы һәм ҡурайсының репертуарын, уларҙың тышҡы ҡиәфәтен һәм башҡарыу манераһын, тыңлаусыларҙың нисек ҡабул итеүен, яҙмалар эшләнгән урын һәм шарттарҙы (юлда, төнгө усаҡ янында, трактирҙа, туйҙа һ.б.) һүрәтләү 19 б. аҙ. муз. көнкүреште асыҡ күҙ алдына баҫтыра. Башҡорттарҙың муз. мәҙәниәте үҙенсәлектәрен өйрәнеп, автор бер тауышлы муз. мәҙәниәтте асыҡлай, көйҙәрҙе һуҙып йырланғандарына, йәғни оҙон көйгә һәм тиҙ башҡарылғандарына бүлә; вокаль музыканы һәм музыка ҡоралында көйҙө башҡарғанда йырҙың легендаһын йәки барлыҡҡа килеү шарттарын һөйләүҙе, ҡурайҙың киң таралыуын, фәҡәт музыка ижад итеү һәм башҡарыу м‑н шөғөлләнгән халыҡ музыканттары барлығын билдәләй; яңғыҙ ике тауышлы өзләү процесын һ.б. һүрәтләй; муз. әҫәрҙәрҙе тематика б‑са төркөмдәргә бүлә: батырҙар һәм күренекле эшмәкәрҙәр (“Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Салауат” һ.б.), тәбиғәт һәм хайуандар (“Ҡара юрға”, “Ҡурташ” һ.б.), өноҡшаштар (“Бүҙәнә”, “Кәкүк”, “Сыңрау торна” һ.б.), башҡорттар эшкәртмәһендә башҡа халыҡтарҙың әҫәрҙәре (“Барыня”, “Йылға буйлап” — “Вдоль по речке”, “Бесәнселәр” — “Косари” һ.б.). 2012 й. баҫма “Китап” нәшриәтендә ҡайтанан баҫтырып сығарыла.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019