Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНОВ Тәлғәт Фәтхетдин улы

Просмотров: 410

УРМАНОВ Тәлғәт Фәтхетдин улы [1.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], бейеүсе. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1963). 1951—71 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1972—75 йй. БДУ‑ның ижт. профессиялар ф‑ты деканы, 1976 й. алып Башҡ. филармонияһының балет артисы, 1982—85 йй. Өфө пионерҙар һарайының, 1995–2007 йй. башлап Өфөнөң 137‑се һөнәрселек лицейының бейеү коллективы етәксеһе. Башҡарыу оҫталығына сәхнә һөйкөмлөгө, артистизм, темперамент хас. Башҡорт егетенең, яугирының сағыу образдарын тыуҙырып У. геройҙарына көслө характер, халыҡ юморы өҫтәй. “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Ғашиҡ төҙөүселәр”, “Кейәү”, “Ҡороҡсолар”, “Тау бөркөтө”, “Өс туған”, “Һыу буйында осрашыу” бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡара. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡҡ. үткән БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. “Сыңрау торна” фильм-балетында төшә (Свердловск к/ст, 1959).

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019