Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВ Мәғәфүр Мәхмүт улы

Просмотров: 381

УСМАНОВ Мәғәфүр Мәхмүт улы (26.3.1962, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙғы а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.В.Исрафилов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1989 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актёры.

Үҙенсәлекле актёр. Уға сағыу ҡиәфәт, һығылмалылыҡ, импровизацияға оҫталыҡ хас. Репертуарында 50‑нән ашыу төрлө пландағы ролдәр: Заһир (“Ғәлиә”, Т.Таһировтың ш. уҡ исемле повесы б‑са Исрафилов пьесаһы; дебют, БАДТ, 1985), Юлай Аҙналин (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са), Хызыр (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М.Бүләков), Ҡарт ир (“Ҡорон” — “Лавина”, Т.Джюдженоглу) һ.б. Журден ханым (“Яртаҡыл Журден” — “Полоумный Журден”, М.А.Булгаков), Әмир (“Ауылға ҡыҙҙар килде”, Н.Ғәйетбай), Рәхмәтулла (“Алты ҡыҙға бер кейәү”); балалар өсөн спектаклдәрҙәге: Һарыбай (“Аҡбай ниңә күңелһеҙ?”; икеһе лә – Т.Ғ.Миңнуллин), Вәзир (“Кәлиф ҡауҙы” — “Калиф‑аист”; В.Гауфтың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са), Ҡырмыҫҡа (К.И.Чуковскийҙың “Сыңҡылдаҡ себен” — “Муха-цокотуха” әкиәте б‑са Р.М.Ураҡсинаның ш. уҡ исемле әкиәте) һ.б. комик ролдәренә аныҡ кәүҙәләндереү һәм эскерһеҙ тойғолар хас. Тәрән фәлс. мәғәнә һәм трагизм м‑н һуғарылған Адмирал образы (“Мөхәббәт исемлеге”, Бүләков) иң уңышлы эштәренең береһе. “Ым” (“Жест”) Халыҡ‑ара пластика фестивале лауреаты (Өфө, 1994).

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019