Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 369

УЧАЛЫ МУЗЕЙЫ. Учалы ҡ. урынлашҡан. 1962 й. йәмғиәт башланғысы м‑н район тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ асыла, 1975 й. алып Учалы тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1978 й. “халыҡ” исеме бирелә, 1980–2016 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 20 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. археология, нумизматика, йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр, милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме һәм биҙәүестәре, минералдар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ҡоралы коллекцияһы; палеонтологик табыштар, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы. 3 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография һәм Учалы р‑нындағы тау эше тарихы бүлектәренән тора. 2 күргәҙмә залы; “Һибелмә алтын табыу”, “Шахтала эш”, “Йыл миҙгелдәре”, “Ҡыш”, “Учалы карьеры”, “Башҡорт йәйләүе” һ.б. диорамалары бар. Музейҙа тематик дәрес‑лекциялар, балалар ижады күргәҙмәләре, ш. уҡ төрлө иҫтәлекле даталарға арналған саралар үткәрелә.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019