Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УШАНОВ Ғиниәт Ғабдулла улы

Просмотров: 490

УШАНОВ Ғиниәт Ғабдулла улы (5.5.1894, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Шаҙығай а. – 5.3.1947, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1944) һәм атҡ. (1935) артисы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1920 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БАДТ актёры. 1937—38 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театрының (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) художество етәксеһе.

Ижадында башҡ. фольклорының эстетикаһын раҫлай. Проф. сәхнә сәнғәтендә халыҡ театрының үҙенсәлекле формаларын ҡуллана. Тәүге ролдәре У. лирик‑романтик пландағы актёр булараҡ билдәләй: Йомағол (“Ашҡаҙар”), Йәрмөхәмәт (“Ялан Йәркәй”; икеһе лә – М.А.Буранғолов; үҙе сәхнәләштергән), Юлдыҡай (“Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Х.Ғ.Ғәбитов). Һуңынан башлыса сатираға ҡоролған комик ролдәр башҡара: Вафа (“Башмағым”), Низами (“Еҙнәкәй”; икеһе лә — Х.К.Ибраһимов), Мортаза (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян), Карандышев (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” — “Бесприданница”), Непутёвый (“Ете юл сатында” — “На бойком месте”, А.Н.Островский) һ.б. Башҡорт драма театры сәхнәһендә Ф.М.Сөләймәновтың “Салауат батыр” пьесаһы б‑са спектаклендә һәм уның варианттарында Салауат Юлаев образын кәүҙәләндерә. Баймаҡ колхоз‑совхоз театрында “Башҡорт туйы”, “Ғәлиәбаныу”, Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу” һ.б. спектаклдәрен ҡуя. Ҡурайсы һәм бейеүсе булараҡ концерттарҙа сығыш яһай. Эстрада репертуарында фольклор әҫәрҙәре б‑са театраль фрагменттар айырым урын алып тора. БАДТ‑ның костюм, реквизит цехтары өсөн этнографик материалдар йыя. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар, Хәлил аа. урамдарға У. исеме бирелгән, Хәлил а. мәҙәниәт йорто бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019