Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ

Просмотров: 627

ҮҘӘК БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1928 й. Өфөнөң 7‑се балалар китапханаһы булараҡ асыла, 1961 й. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин исеме бирелә, 1974 й. алып Ш.Ә.Хоҙайбирҙин ис. Ҡала үҙәк балалар китапханаһы. 1977 й. башлап Өфө балалар китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы составына инә. Фондта 160 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге (2015), ш. иҫ. 110 меңдән ашыу китап (башҡ. һәм РФ халыҡтарының башҡа телдәрендә), 3 меңдән ашыу аудио- һәм видеоматериал, 649 электрон баҫма; 515 ваҡытлы баҫма бар. Йыл һайын 6 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Яҙыусылар һәм журналистар м‑н осрашыуҙар, хәйриә акциялары, әҙәби байрамдар, яңы китаптарҙың презентациялары, фестивалдәр һәм балаларҙың шиғыр уҡыу конкурстары һ.б. үткәрелә. Ү.б.к. м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре М.Д.Агеева, М.Л. Байбурина, З.Г.Моратова, БР‑ҙың — Т.И.Зюсько, Н.А.Мамаева, Р.Т. Миһранова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.З.Юнысова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019