Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ

Просмотров: 371

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге (2009). Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. 6‑сы ҡала китапханаһы базаһында Респ. үҫмерҙәр китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондта 180 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 172 мең баҫма документ, 14 мең аудио- һәм видеодокумент; 61 ваҡытлы баҫма (2011). Йыл һайын 10 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә, шуларҙың 64%‑ы үҫмерҙәр. Үҫмерҙәр м‑н эшләгән респ. китапханалары һәм ойошмалары өсөн методик һәм библиографик әсбаптар нәшер ителә. Тыуған яҡты өйрәнеү б‑са уҡыуҙар, әҙәби кисәләр, фәнни‑ғәмәли конф., семинарҙар һ.б. үткәрелә. Ү.к. м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Т.М. Ағишева, Г.П.Фәйзуллина, Р.М. Фәхретдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.Р.Бишева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019