Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТИХОВ Хәлит Шәйех улы

Просмотров: 448

ФӘТИХОВ Хәлит Шәйех улы (20.3.1958, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Исәмәт а.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (2004), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1990) тамамлаған. 1978 й. алып Башҡ. филармонияһының концертмейстеры. Ф. башҡарыу сәнғәте юғары профессионализм, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тойоу м‑н айырылып тора. Баян өсөн башҡ. һәм татар халыҡ көйҙәре эшкәртмәләре авторы. ТАССР‑ҙа үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Свердловск ҡ. Башҡортостан мәҙәниәте (икеһе лә — 1989), Мәскәүҙә (1997, 2007), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2006) БР көндәрендә ҡатнаша. СССР, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Халыҡ .ара конкурсы (Ҡазан, 1997), Респ. филармониялар фестивале (Өфө, 2008) дипломанты.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на башкирском языке

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019