Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТТӘХЕТДИНОВА Майя Спартак ҡыҙы

Просмотров: 353

ФӘТТӘХЕТДИНОВА Майя Спартак ҡыҙы (25.2.1958, Өфө), сәнғәт ғилеме белгесе. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1992). С.Ғ.Фәттәхетдиновтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983) Башҡ. ҡурсаҡ театрының тауыш операторы, 1986 й. ТТӘИ‑лә өлкән лаборант, 1989 й. алып “Тылсымлы лампа” (“Волшебная лампа”) Мәскәү балалар китабы театрының, 1995 й. — Башҡ. ҡурсаҡ театрының музыка бүлеге мөдире, 2005—15 йй. “Бельские просторы” ж. проза бүлеге мөхәррире. 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт; Ҡурсаҡ театрының 18 спектакленә музыка, улар араһында Д.И.Хармстың “Шардам циркы” (“Цирк Шардам”), Х.К.Андерсендың “Дюймовочка”, Е.Я.Тараховскаяның “Суртан әмере буйынса” (“По щучьему велению”), В.Н.Орловтың “Маша тураһында әкиәт” (“Сказка про Машу”); 70‑тән ашыу йыр тексы, шиғырҙар авторы. 2007 й. П.Томпсондың (Е.В. Маяковскаяның) “Минең Башҡортостанды асыуым” китабын урыҫ теленә тәржемә итә. “Милләт-ара татыулыҡ — Башҡортостандың сәскә атыуына юл” (“Межнациональное согласие — путь к процветанию Башкортостана”) Респ. журналистар ижади конкурсы лауреаты (Өфө, 2007).

Х е ҙ м.: Вариации на две темы. Уфа, 1998; Англо‑русские гримасы. М., 2001.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019