Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘХРЕТДИНОВА Дилара Әхәт ҡыҙы

Просмотров: 366

ФӘХРЕТДИНОВА Дилара Әхәт ҡыҙы (1923, Өфө — ?, Ташкент), сәнғәт ғилеме белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (1988). Р.Ф.Фәхретдиновтың ейәнсәре. Үзбәкстан Рәссамдар союзы ағзаһы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1951) Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тында, Мәскәү туҡыу ин‑тында, Керамика һәм “18 быуат Кусково усадьбаһы” музейында (бөтәһе лә — Мәскәү), Үзбәк ССР‑ының Сәнғәт музейында, 1961 й. алып Хәмзә ис. Сәнғәт белеме ҒТИ‑нда (икеһе лә — Ташкент) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Үзбәкстанда биҙәү‑ҡулланма һәм һынлы сәнғәттең формалашыуы һәм үҫеше проблемаларына арналған.

Х е ҙ м.: Декоративно-прикладное искусство Узбекистана. Ташкент, 1972; Ювелирное искусство Узбекистана. Ташкент, 1988.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019