Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘХРИЕВ Ғәбделхәй Ғимаҙи улы

Просмотров: 411

ФӘХРИЕВ Ғәбделхәй (Хәй) Ғимаҙи улы (4.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш‑Ямғырсы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ямғырсы а., — 31.8.1991, Өфө), актёр. РФ‑тың халыҡ (1991), РСФСР‑ҙың атҡ. (1979), БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1968) артисы. Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлаған (1951; Х.Бохарский, Ғ.С.Саттаров курсы). 1951 й. алып Салауат драма театры, 1970 й. — БАДТ актёры.

Сағыу темперамент һәм экспрессияға эйә актёр. Тәьҫирле телмәр, ым һәм пластика, үҙенсәлекле кәүҙәләндереү оҫталығы уға образдарҙы психологик яҡтан тәрән асыу мөмкинлеген бирә. Төп ролдәре: Ғилмийәр (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Заман (“Ҡыңғыраулы дуға”, Н.Нәжми), Ғәфүр (“Бай һәм хеҙмәтсе”, Х.Ниази) һ.б. Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”), Краснов (“Бәлә кеше башынан йөрөй”, А.Н.Островский), Иван Якутов (“Һуңғы алыш”, Т.Бикмәев) образдарына көслө хистәр, трагик интонациялар; Әбләй (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин), Байтирәк (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт), Кәрим бай (“Башмағым”) комик ролдәренә бай кәүҙәләндереү саралары, көтөлмәгән сағылдырыу алымдары хас. Үҙ һүҙлелеге арҡаһында көлкө хәлгә тарыусы Бәҙри ролен (“Ғәлиәбаныу”) иҫ киткес оҫталыҡ м‑н башҡара. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976). Өфөлә Ф. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019