ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы
ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы (7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Теләш а., хәҙ. БР‑ҙың Мәсетле р-ны), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Мәсәғүт уҡытыусылар ин-тын тамамлаған (1954). Мәсетле һәм Нуриман р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1961) 28‑се почта йәшниге пр‑тиеһының хисаплау үҙәгендә (Бийск ҡ.) эшләй. 1964—67 йй. Ҡустанай пед. ин‑тында, 1970 й. алып Ташкент халыҡ хужалығы ин‑тында, 1994—2011 йй. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге оптималләштереү мәсьәләләрен хәл итеүгә, моделдәр әҙерләүгә арналған. Т. тарафынан эксперимент һөҙөмтәләрен матем. юл м-н эшкәртеү ысулдары, ойоштороу-технологик процестарҙың һәм ҡатмарлы системаларҙы һан яғынан анализлауҙың моделдәре эшләнә. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Весовые методы в математическом программировании. Ташкент, 1981; Задачи и принципы построения АСУ ВУЗ. Ташкент, 1982.
В.Ш.Вәлиев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов