Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛТЫРМА

Просмотров: 491

УЛТЫРМА, к и с у л т ы р ы у, башҡорттарҙа йәш ҡыҙ һәм ҡатындарҙың бергә йыйылып күмәкләп эш эшләү һәм ял итеү өсөн үткәргән традицион йолаһы. У., ғәҙәттә, эш көндәрендә берәй ҡатындың (яңғыҙ йәки ире өйҙә булмағанда) өйөндә ҡул эше м‑н шөғөлләнеү (ҡара: Сигеү, Бәйләү), традицион йыһаз кәрәк‑ярағы эшләү, башҡорт кейеме тегеү, йөн иләү һ.б. өсөн ойошторолған. Эш ваҡытында ярыш ойошторғандар (кем күберәк йөн иләй, йомғаҡ урай һ.б.), халыҡ уйындары, шаян уйындар үткәргәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр, бейегәндәр, әкиәт, легенда, риүәйәт һөйләгәндәр, йомаҡ ҡойошҡандар, юрағандар. Хужабикә барыһын да башҡорт аш‑һыуы м‑н һыйлаған. Шулай уҡ ҡара: Аулаҡ.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019