Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРНӘК ТАТАР‑БАШҠОРТ ТЕАТРЫ

Просмотров: 289

ҮРНӘК ТАТАР‑БАШҠОРТ ТЕАТРЫ, Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡорт театры 1919—29 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1930 й. тиклем) эшләгән. “Үрнәк театрҙар” антрепризаһында үҙ аллы труппа булараҡ ойошторола, уға төрлө антрепризалар һәм һәүәҫкәр коллектив актёрҙары инә, улар араһында Ф.Дулатова, Ә.Ф.Зөбәйеров, Ф.М. Латипов, М.И.Мутин, Н.Ә.Таждарова, Е.Сыртланова‑Шляхтина һ.б. була. Художество етәксеһе Н.Саҡаев, дир. А.Мансуров. Репертуарға “Ғәлиәбаныу”, Ш.Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә”, С.Степняк‑Кравчинскийҙың “Яңы дингә күскән” (“Новообращённый”), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”) һ.б. әҫәрҙәре инә. 1920 й. коллектив Бишенсе армияның сәйәси бүлеге эргәһендәге ҡыҙыл армеецтар театрҙары актёрҙары, “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” туппалары актёрҙары З.Г. Боғҙанова, Г.Г.Казанский, М.Ә.Мәһәҙиев, Ғ.С.Саттаров, Р.Урманцева, И.М. Әлмәшев һ.б. м‑н тулылана; инструменталь ансамбль булдырыла (Б.Болғаҡов, А.Ғәйнуллин, А.Йыһаншин, М. Мөстәҡимов, И.Тәржемәнов). 1921—22 йй. репертуарҙа 36 постановка була: Ғ. Исхаҡиҙың “Алдым‑бирҙем”, “Мөғәллимә”, Я.Вәлиҙең “Аслыҡ ҡушты”, Ф.Әмирхандың “Тигеҙһеҙҙәр”, Ф.Бурнаштың “Таһир‑Зөһрә”, К.Ғ. Тинчуриндың “Наҙлы кейәү” һ.б. 1922 й. театр 1‑се Башҡ. дәүләт драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры) м‑н берләштерелә. Баш реж. — Мутин, режиссёрҙар итеп Ш.Вәхитов-Шамильский һәм В.Мортазин-Иманский тәғәйенләнә. Коллектив составына актёрҙар У.Ғәлиев, Г.Ғүмәрская, Х.Мансуровский, Ф.Сәмитова һ.б. инә. 1923 й. ижади составтан Н.Саҡаев етәкс. труппа айырылып сыға, ул “Үрнәк” тип атала (йыл аҙағында тарҡатыла); уға Х.Бохарский, И.Зәйни, Ғ.М.Минһажев һ.б. ҡушыла. В. Мортазин‑Иманский тарафынан үткәрелгән үҙгәртеп‑ҡороуҙар һөҙөмтәһендә ҡышын берләшкән труппа татар телендә сығыш яһауын дауам итә, бер үк ваҡытта репертуарын башҡ. әҫәрҙәре м‑н тулыландыра, йәй көнө Башҡорт Күсмә театры һәм Татар Үрнәк театры эшләй. 1924—25 йй. Татар Үрнәк театры сит ил драматургтары әҫәрҙәре б‑са постановкалар ҡуя: У.Шекспирҙың “Гамлет”, “Отелло”, Ф.Шиллерҙың “Юлбаҫарҙар” (“Разбойники”), Д.Байрондың “Каин” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль.

Әҙәб.: М ә һ ә ҙ и е в М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019