Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛҒА, сығанаҡ

Просмотров: 485

АЛҒА, Асылыкүл төркөмөнә ҡараған урғылыусы сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Алға а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 300 м алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Үрге пермдең өфө ярусы тоҡомдарынан (алевролиттар, конгломераттар, ҡомташтар, мергелдәр һәм эзбизташтар) торған үҙән төбөнән сыға. Дебиты 0,5—0,8 л/c. Һыуы сөсө (0,5 г/л), сульфатлы кальцийлы. Тирә-яғы һаҙға әйләнгән, 30‑ға яҡын үҫемлек төрө үҫә.

И.К.Кудряшов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019