Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН”, машина‑технология станцияһы

Просмотров: 137

“БАШҠОРТОСТАН”, машина‑технология станцияһы, ДУАХП. А.х. б‑са хеҙмәттәр күрһәтә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү, респ. АСК‑һын хеҙмәтләндереү өсөн а.х. техникаһын күпләп һатып алыу б‑са контракттар ғәмәлләштереү м‑н шөғөлләнә. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Зубов ауылы. 2000 й. ойошторола. 2009 й. Әбйәлил һәм Баймаҡ филиалдары базаһында — “Урал аръяғы”, 2010 й. “Б.” базаһында үҙгәртеп ҡороу юлы м‑н “Үҙәк” һәм “Төньяҡ‑Көнсығыш” ДУАХП‑лары асыла. “Б.” составына бүлексәләре м‑н бергә 11 филиал, “Уңыш” ЯСЙ, 2 элеватор, 2 ҡатнаш аҙыҡ з‑ды, тирмән комплексы инә. 2007 й. 1800‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Дир.: А.Н.Иванов (2000 й. алып), С.И.Стрелков (2001 й. алып), Ф.И.Фәхретдинов (2006 й. алып).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019