Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛӘТ МӘҖЛЕСЕ

Просмотров: 351

МИЛЛӘТ МӘЖЛЕСЕ, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандары мәҙәни- милли автономияһының закон сығарыу органы. 1917 й. 22 июлендә Ҡазанда 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары хәрби съезы, 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы һәм Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезының (ҡара: Мосолман съездары) берлектәге ултырышында ойошторола. Йыйылыштың төп бурысы — иғлан ителгән автономияның хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыу һәм уны тормошҡа ашырыу. Ултырыштар 1917 й. 22 нояб. алып 1918 й. 11 ғин. тиклем Өфөлә уҙа. Йыйылышта Волга буйы, Урал һәм Себер мосолмандарынан 120‑гә яҡын депутат (1—50 мең һайлаусы) һайлана. Рәйесе — С.Н.Мәҡсүтов, рәйес урынбаҫары — И.Ә.Әхтәмов. Закон проекттарын һәм көндәлек эшмәкәрлек мәсьәләләрен яҡынса ҡарау өсөн закон сығарыу тәҡдимдәре, мәғариф, финанс, дини эштәр, терр. автономия б‑са даими комиссиялар эшләгән. Мосолман халыҡтарының үҙбилдәләнешен тикшергән ваҡытта 2 фракция барлыҡҡа килә: “төркиселәр” — мәҙәни-милли авт. яҡлылар (Ғ.Баруди, Ғ.Исхаҡи, З.Ҡадири, Х.Мәҡсүтов, Әхтәмов һ.б.) һәм “тупраҡсылар” — терр. автономия яҡлылар (И.С.Алкин, Х.Ғ.Атласов, С.С.Атнағолов, Ғ.Ғ.Ибраһимов, С.С.Йәнтүрин һ.б.). 1917 й. 29 нояб. Мәжлес Урал-Волга штатын төҙөү т‑да резолюция ҡабул итә һәм конституция эшләй (1918 й. 16 ғин. нәшер ителә). Автономияның үҙәк башҡарма органы — Милли идара (рәйесе — С.Н.Мәҡсүтов) һайлана, ул дини, мәғариф, финанс ведомстволарынан (назарат) тора; идараның рәсми баҫма органы — “Мөхтәриәт” ж. (1918 й. ғин.—апр.) булдырыла. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 12 апр. ҡарары м‑н идара бөтөрөлә. Дини ведомствоға (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) сәйәси эштәргә ҡыҫылмау шарты м‑н эшмәкәрлеген дауам итергә рөхсәт бирелә. 1918 й. май аҙағында власҡа большевиктарға ҡаршы көстәр килгәндән һуң, Уралда һәм Себерҙә Милли идара үҙ эшмәкәрлеген ҡайтанан тергеҙә. Сент. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты М.м. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының мәҙәни-милли авт. хоҡуҡлы органы тип таный. Нояб. власҡа А.В.Колчак килгәс, М.м. һәм идара рәсмилеген бөтөнләй юғалта. 1918 й. аҙ. М.м. элекке депутаттарының бер өлөшө Петропавловск ҡ. Бәләкәй мәжлес төҙөй, ул ойошма Рәсәй мосолмандарының мәҙәни-милли авт. киләсәге т‑дағы мәсьәләне хәл итеү маҡсаты м‑н С.Н.Мәҡсүтов етәкс. Париж тыныслыҡ конференцияһына (1919—20) делегация ебәрә. Европа дәүләттәре ярҙамына өмөт аҡланмай. Артабан М.м. депутаттарының күпселек өлөшө ижт.‑сәйәси эшмәкәрлекте ҡалдыра, бер өлөшө сит илгә сығып китә (С.Н.Мәҡсүтов, Исхаҡи, Ҡадири һ.б.).

Әҙәб.: М е н д е Г. Первые попытки государственного строительства у российских тюрков после Февральской революции 1917 года //Уникальные источники по истории Башкортостана. Уфа, 2002.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019