Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

Просмотров: 409

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бәләбәй рнының Урыҫ Швейцарияһы, Үтәй, Глуховской шифаханаһы аа. һәм Глуховская т. юл ст. араһында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 550 га. Ҡазан ярусы тоҡомдарынан (балсыҡ, эзбизташ һ.б.) һалынған үҙәндәр һәм Швейцарий, Үтәй, Ҡоро шишмәләренең (Мәнәүез й. басс.) битләүҙәре участкаһы булып тора. Рельефы тигеҙ, йырын‑һыҙа селтәре мн йырғыланған. Ландшафы ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағындағы айыу баланы, зелпе, миләш, муйыл һ.б. үҫкән реликт ҡарағай, киң япраҡлы урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтағы далаларҙан ғибәрәт. Ҡарағай (йәше 150 йылға тиклем), имән, йүкә үҫә. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: ҡаурый ҡылған, ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Илл.: Урыҫ Швейцарияһы. Ҡоро шишмәләге быуа

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019