Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОСНОВКА РАЙОНЫ

Просмотров: 373

СОСНОВКА РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1934 й. 20 дек. ойошторолған. Майҙаны — 2112 км2. Адм. үҙәге — Долгодеревенский ауылы. Районда 16 ауыл советы, 78 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 60,9 мең кеше (2010), ш. иҫ. 18% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Архангельский, Кирҙәкүл, Мамай, Оло Тәгеш, Султай, Туҡтыбай, Шишмә, Әлеш, Әлмәй һ.б. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 1 мәктәбендә өйрәнелә (2015). Трубный ҡасабаһында — “Силәбе өлкәһенең Сосновка районы башҡорттары ҡоролтайы” (1996 й. алып), “Толпар” вокаль ансамбле, Султай а. “Султай ҡыҙҙары” вокаль ансамбле эшләй. 2011 й. Сосновка р‑ны хакимиәте тарафынан Ғ.Сәләм ис. әҙәби пр. булдырыла. Ф.Ф.Аҙнабаева, Х.Ш.Заимов, Ә.Инан, Ғ.Сәләм һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019