Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛПАН, планета

Просмотров: 965

СУЛПАН, З ө һ р ә, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са икенсе урында торған һәм Ергә иң яҡын планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 107,5 млн км (0,72 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 224,7 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 243 тәүлек. С. әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы перпендикуляр тиерлек, шуға күрә климаттың миҙгел үҙгәреүҙәре планетала ҙур түгел. Күсәре тирәләй әйләнеү йүнәлеше Ҡояш тирәһендә әйләнеү йүнәлешенә ҡапма-ҡаршы (көнсығыштан көнбайышҡа табан). Диам. 12,1 мең км. Массаһы 4,9•1024 кг. Уртаса тығыҙлығы 5,25•103 кг/м3. Атмосфераһының химик составы: азот (яҡынса 3%), углекислый газ (яҡынса 97%), һыу пары (0,05%) һ.б. ҡушылмалар. Ер төркөмө планеталары араһында С. атмосфераһы иң ҡуйы; өҫкө ярустағы болоттарында концентрацияланған көкөрт к‑таһы бар. С. Ҡояш тәүлеге 117 Ер тәүлеген тәшкил итә. С. — күк йөҙөндәге иң матур яҡтыртҡыстарҙың береһе, сағыулығы б‑са Ҡояш һәм Айҙан ғына ҡалыша; макс. яҡтылығы —4,7 йондоҙ дәүмәле. БР терр‑яһында Ҡояш м‑н тоташҡан мәлдәренән башҡа һәр ваҡыт күренә. Күк йөҙөнөң көнсығыш өлөшөндә Ҡояш ҡалҡыу алдынан һәм көнбайышта — байыу алдынан күҙәтелә. Башҡорттар Сулпан (“Таң йондоҙо”) йәки Зөһрә (“Киске йондоҙ”) тип йөрөтә; С. т‑да күҙаллауҙар легенда һәм риүәйәттәрҙә (мәҫ., “Зөһрә йондоҙ”) сағылыш тапҡан.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019