СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл
420
СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың Беренсе Сталин бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 40‑сы йй. алып Ҡыҙыл с‑зының Беренсе Сталин бүлексәһе ҡасабаһы, 60‑сы йй. аҙ. — Ҡыҙыл с‑зының Беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: