Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УТАР, 20 б. башына тиклем Рәсәйҙә бер (һуңыраҡ бер нисә) хужалыҡтан торған торама, ауылдарҙан һәм казак станицаларынан айырылып сыҡҡан бүлендек ауыл

Просмотров: 410

УТАР, 20 б. башына тиклем Рәсәйҙә бер (һуңыраҡ бер нисә) хужалыҡтан торған торама, ауылдарҙан һәм казак станицаларынан айырылып сыҡҡан бүлендек ауыл. Башҡортостанда У. таралыуы күскенселек хәрәкәтенә, ш. уҡ ауыл биләмәләренең артыуына, көтөүлектәрҙең, файҙаланылған ерҙәрҙең киңәйеүенә һ.б. бәйле. У. башлыса ҡәрҙәш ғаиләләр тарафынан нигеҙләнгән, тәүге төпләнеүсе йәки ауыл түрәһе (ун башы, йөҙ башы, йорт старшинаһы) исеме м‑н аталған. 20 б. башында Столыпин аграр реформаһы барышында 1906 й. 9 нояб. ҡабул ителгән указға бәйле У. һаны арта. Уға ярашлы, крәҫтиән общинанан сығып, үҙенең ерҙәрен отрубҡа берләштерә, йорт-ҡураһын шунда күсереп У. нигеҙләй алған. Бүлеп бирелгән ер община тарафынан бүлгеләнмәгән һәм нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылған. Был указ 1911 й. тиклем аҫаба башҡорттарға ҡағылмаған (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы). 1907—15 йй. Өфө губ. — 1435 (крәҫтиән хужалыҡтарының 15%‑ы), Ырымбур губ. 2780 (31%) У. һәм отруб барлыҡҡа килә. У. отрубтарға ҡарағанда 3 тапҡырға аҙыраҡ булған. Участка хужалыҡтарын булдырыу Крәҫтиән ер банкыһы, ш. уҡ хөкүмәттең агрономик ярҙам системаһы тарафынан дәртләндерелгән. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы йылдарында У. һаны кәмей. 1920 йй. башында яңы иҡтисади сәйәсәткә күскәндән һуң, У. тергеҙелә башлай. 30‑сы йй. башындағы коллективлаштырыу осоронда У. халҡы колхоз ауылдарына һәм совхоз ҡасабаларына күсерелә, утар ерҙәре йәмәғәт файҙаланыуына бирелә. ВКП(б) ҮК һәм СССР ХКС‑ының 1939 й. 28 майындағы “Колхоздарҙың йәмәғәт ерҙәрен туҙҙырыуҙан һаҡлау саралары тураһында” ҡарары б‑са, 1940 й. 7 сент. утар ерҙәре тартып алына. Совет осоронда У. тәүге әһәмиәтен юғалтып, ауыл биләмәләренең бер төрөнә әүерелә. “Башҡортостан республикаһының торама пункттары исемлеге”нә ярашлы, 1926 й. — 1336, 1940 й. — 825, 2007 й. 77 У. теркәлгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019