ФӘТХУЛЛИН ӘШРӘФ ӘХМӘТ УЛЫ
ФӘТХУЛЛИН Әшрәф Әхмәт улы [10.7.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҫәнбәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 26.12.2004, Сибай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың почётлы таусыһы (1967). 1944 й. алып “Башзолото” тресында забойсы, быраулау мастеры; 1950—82 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑тының Сибай карьерында быраулау станогы машинисы, машинистар бригадиры, мастер. 1975—81 йй. Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: Учалы руднигы машинистары бригадиры, 1976 й. башлап Учалы карьеры мастеры. Ф. ҡатнашлығында быраулау технологиялары, ҡорамал һәм хеҙмәтте ойоштороу ысулдары камиллаштырылған (һөҙөмтәлә етештереүсәнлек 15—20%‑ҡа артҡан). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).
Тәрж. Л.И.Имамбаева