Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРОМШПИНЕЛИДТАР

Просмотров: 405

ХРОМШПИНЕЛИДТАР, хромшпинелдәр, хромиттар, ҡатмарлы оксидтар класындағы шпинелидтар төркөмө минералдары, (Mg,Fe2+)Cr2O4. Изоморфтар рәтенең һуңғы ағзалары: составында алмашыныусан хром, магний, тимер, алюмин, титан миҡдары булған магнезиохромит MgCr2O4—хромит FeCr2O4. Кристалдары октаэдр формаһында, ҡушылмалар хас. Агрегаттары: бөртөклө, нодулдәр, ксеноморф бүленделәр. Төҫө ҡаранан алып ҡараһыу һороға тиклем, һыҙығы һоро, ыҫмалаға тиклем металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5,5—7,5, тығыҙлығы 4200—5100 кг/м3; һынылышы тигеҙ түгел. Мурт, һирәк магнитлана. Ультраһелтеле магмалы тау тоҡомдарында, метеориттарҙа, кимберлиттарҙа була. Һибелмә ятҡылыҡтарҙа тотороҡло. Х. — хром мәғдәндәренеңтөп минералдары, байтаҡ ваҡ ятҡылыҡтары БР‑ҙың Белорет һәм Учалы р‑ндарында урынлашҡан.

Әҙәб.: Хром мәғдәндәре мәҡ. ҡарағыҙ.

П.Г.Бердников

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019