ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №1
ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №1, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1960 й. 1‑се Балалар художество мәктәбе (Башҡортостанда тәүге мәктәп) булараҡ асыла, 1999 й. А.А.Кузнецов исеме бирелә. 10—12 йәшлек балалар ҡабул ителә. Һынлы сәнғәт,
биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, сәнғәттәр тарихы оҫтаханалары, китапханаһы, методика һәм натуранан төшөрөү фондтары, күргәҙмәләр залы бар. Мәктәп м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре А.М.Графова (1964—83 йй. дир.), Ю.Н.Григорьев, В.М.Сорокина, Р.Х.Мостаев (1997–2013 йй. дир.) эшмәкәрлеге бәйле. Мәктәпте 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2018), ш. иҫ. К.А.Донгузов, С.Н.Игнатенко, Н.А. Калинушкин, С.А.Лебедев, Н.Л.Пеганов, Р.Ә. Сәлимгәрәев, Ф.Һ.Шаһабетдинов. Уҡыусылар араһында халыҡ‑ара (404), бөтә Рәсәй (238), төбәк‑ара (7), респ. (143) ижади конкурстары һәм күргәҙмәләре лауреаттары бар (2004—18). Х.м. №1 — А.А.Кузнецов ис. Халыҡ‑ара балалар сәнғәт ижады конкурсын (1991 й. башлап йыл һайын, 2000 й. — 2 йылға 1 тапҡыр), “Черниковка котовасияһы” (“Черниковская котовасия”) Бөтә Рәсәй балаларҙың юмористик һүрәттәре конкурсын (1998 й. алып йыл һайын, 2007 й. — 2 йылға 1 тапҡыр) үткәреү иниöиаторы һәм ойоштороусы. Уҡыусыларҙың ижади эштәре Рәсәйҙәге, Аргентиналағы, Белоруссиялағы, Бразилиялағы, Польшалағы, Һиндостандағы халыҡ‑ара күргәҙмә‑конкурстарға ҡуйыла. Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, Сәнғәт институты, Сәнғәт училищеһы, Нефть техник университеты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Мәктәп бинаһы (Нежин урамы, 5) — 20 б. уртаһының архитектура ҡомартҡыһы.
Әҙәб.: Детская художественная школа №1 имени А.Кузнецова: юбил. изд. Уфа, 2005; Пятнадцатый открытый республиканский конкурс детского художественного творчества имени А.А.Кузнецова: каталог. Уфа, 2006; Всероссийский первоапрельский конкурс детского юмористического рисунка “Черниковская котовасия”. Уфа, 2007.
Р.Х.Мостаев
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова