Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУДЯКОВ Александр Алексеевич

Просмотров: 415

ХУДЯКОВ Александр Алексеевич [18.4.1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.4.1944, Украина ССР‑ының Кашпиловцы а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Мәскәүҙең Үҙәк аэродромында ашхана мөдире. 1942 й. башлап Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия танк армияһының 45‑се гвардия танк бригадаһы 2‑се танк батальоны механик‑водителе гвардия старшинаһы Х. 1944 й. 25 мартында Украина ССР‑ы Устечко а. янында Днестр й., 28 мартта Глиница а. тирәһендә Прут й. аша сыҡҡанда һәм 29 мартта Черновцы ҡ. эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Х. исеме м‑н Наҙыпетровск, Силәбе, Черновцы ҡҡ. урамдар аталған.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019