Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУДЯКОВА Лариса Петровна

Просмотров: 402

ХУДЯКОВА Лариса Петровна (2.9. 1946, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы МТС‑ы ҡсб), физик‑химик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) ӨНИ‑лә эшләй. 1975 й. алып өлкән инженер, 1982 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — химик һынауҙар лаб. нач., бер үк ваҡытта 2010 й. башлап ИПТЭР‑ҙа фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары, 2007—16 йй. БР ФА Үткәргес торба транспортының гидравлика үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге агрессив мөхиттәрҙең нефть‑газ промыслаһы ҡорамалдарын һәм үткәргес торбаларҙы эксплуатациялауҙың хәүефһеҙлегенә йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан үткәргес торбаларҙың коррозияһын мониторингылау системаһы өсөн регламенттар, приборҙар һәм программалар, ҡорамалдарҙың ҡалдыҡ ресурсын баһалау һәм металды коррозиянан һаҡлау ысулдары һ.б. эшләнә. Асыштары БР, РФ, Вьетнам пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2005), И.М.Губкин ис. пр. (2009) лауреаты.

Хеҙм.: Оценка безопасного срока эксплуатации конструктивных элементов трубопроводов. Уфа, 2005 (авторҙ.); Торможение развития повреждений в трубопроводах накладными элементами. Уфа, 2005 (авторҙ.); Торможение развития разрушений элементов нефтепроводов испытаниями. Уфа, 2005 (авторҙ.).

В.Н.Рябухина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019