Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУЖАЛЫҠ ҠАРАЛТЫЛАРЫ

Просмотров: 365

ХУЖАЛЫҠ ҠАРАЛТЫЛАРЫ, башҡорттарҙа аласыҡ, һарай, келәт, ер өй, мунса, ыҫлыҡты һ.б. үҙ эсенә ала. Төп төҙөлөш материалдарына ағас, талсыбыҡ, ҡамыш, ҡатламташ, балсыҡ ингән; өй түбәһе һалам, ҡабыҡ, дранка, кәҫ, йоҡа таҡта, һуңыраҡ таҡта, тимер м‑н ябылған. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң йорт‑ҡаралты ихатаһында урынлашҡан күпселек ваҡытлыса торлаҡтар Х.ҡ. ролен үтәй башлаған: аласыҡ, бурама йәйге торлаҡ итеп, ҡыуыш һәм ер өй аҙыҡ‑түлек һаҡлау, быҙау һәм бәрәстәр аҫрау өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ ихатала ҡаҙан аҫылған асыҡ усаҡтар, ялан мейес (икмәк мейесе) булған, ҡайһы берҙә улар берләштерелгән, елдән һаҡланыу өсөн таштан йәки самандан кәртә, ямғырҙан һаҡланыу өсөн бағаналарға ҡағылған япма эшләнгән. Аҙыҡ‑түлек, хужалыҡ традицион йыһазын, ат егеү кәрәк‑ярағын һаҡлау өсөн ағас келәт, таш келәт, көньяҡ райондарҙа ситән келәт, саман келәт төҙөлгән; иҙәндәре ерҙән йәки таҡтанан булған, ҡайһы берҙә өйгә төкәтелгән. Төньяҡ, көнбайыш һәм тау‑урман (Ағиҙел й. урта ағымы буйлап) райондарында һөт һәм ит аҙыҡтарын, һуңыраҡ картуф һаҡлау өсөн баҙ, мөгәрәп ҡаҙығандар. Мөгәрәп өҫтөнә һайғауҙарҙан, таҡталарҙан япма, ҡайһы берҙә терәүҙәре бүрәнә ҡыҫандарҙан булған 2 йәки 1 яҡлы (бер аҙ ауыш) ҡыйыҡ түшәлгән; унда хужалыҡ әйберҙәрен, эш, һунар, балыҡсылыҡ ҡоралдарын һаҡлағандар. Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағын әҙерләү өсөн ыҫлыҡтар, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағын, йөрөү сараларын һ.б. эшләү өсөн таш мейесе булған ярым ер өй тибындағы бешекләү бүлмәләре төҙөлгән, унда ағас әҙерләмәләр алдан йомшартылған. Ихатаның бер өлөшөндә егеүле транспорт, артмаҡлы‑менге транспорт, ер эшкәртеү ҡоралдары ҡуйылған, мал аҫрау өсөн урын бүленгән; ҡайһы берҙә япма (түбәлек) төҙөлгән. Бүрәнә, һирәгерәк ситән, таш, саман аҙбарҙарҙа (һарай, ҡура; ҡайһы берҙә һайғауҙарҙан, ҡабыҡтан төкәтмәһе булған) ҡыш көнө һарыҡ, кәзә, ҡош‑ҡорт, быҙау, һауын һыйырҙары аҫралған; түшәм бүрәнәнән, таҡтанан, һайғауҙан эшләнгән, унда ҡыйыҡ аҫтында һаҡланған бесәнде төшөрөү өсөн урын ҡалдырылған. Башҡортостандың төньяҡ һәм тау‑урман райондарында Х.ҡ. 2 яҡлы, көнбайыш һәм үҙәк райондарҙа 4 яҡлы, көньяҡ һәм Урал аръяғы райондарында яҫы ҡыйыҡтар өҫтөнлөк иткән. Аҙбарҙа йәйге асыҡ һәм ябыҡ кәртәләр бүленгән. Игенселек үҫешкәндән һуң ихатанан башлыса ситтә урынлашҡан әүендәр һәм ырҙын табаҡтары төҙөй башлағандар. Бындай ҡаралтылар мариҙарҙа, татарҙарҙа, сыуаштарҙа, удмурттарҙа, урыҫтарҙа һәм Волга буйының башҡа халыҡтарында таралған.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019