Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУЖИН Ирек Сәйет улы

Просмотров: 435

ХУЖИН Ирек Сәйет улы (21.9.1941, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а. — 20.10.2019, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1990), почётлы авиатөҙөүсе (1991). Ҡазан авиация институтын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Красноярск машиналар эшләү заводында эшләй. 1971 й. башлап ӨАИ‑ла өлкән инженер; 1972—2006 йй. (өҙөклөк менән) “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһында: бюро, 1976 й. алып цех начальнигы, 1977 й. — баш технолог, 1984 й. — баш инженер, 1986 й. башлап генераль директор. 1999—2001 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында эшләй. Х. етәкселегендә авиакосмик техника өсөн һығылмалы металл үткәргес торбаларҙың яңы конструкцияһы эшләнә. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1998). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1990).

Хеҙм.: Электропроводимость контакта “инструмент—деталь” — физический и информационный параметр в станочных системах. М., 1998 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022