Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУРАМШИН Ямалетдин Хурамша улы

Просмотров: 478

ХУРАМШИН Ямалетдин Хурамша улы (1877—?), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе башҡорто. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) мәҙрәсә, Бәләбәй ҡала уч‑щеһын тамамлаған. Мосолман мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән, 1905 й. алып Бәләбәй ҡ. ахуны. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. Рәсәй мосолмандарының 3‑сө (Түб. Новгород ҡ., 1906 й. авг.) һәм 4‑се (С.‑Петербург, 1914 й. июне) съездары делегаты. Беренсе донъя һуғышы осоронда 1916 й. йәйендә “Яралы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса Ваҡытлы мосолман комитеты” тарафынан мосолман санитар отряды составында Кавказ фронтына мулла итеп ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019