Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЫЗЫРОВ Вәхит Ғәлибай улы

Просмотров: 506

ХЫЗЫРОВ Вәхит Ғәлибай улы (16.11. 1965, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а.), йырсы (лирик тенор). БР‑ҙың халыҡ (2001) һәм атҡ. (1995) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1988; Д.Ә.Мусин класы), ӨДСИ‑не (1993; М.Ғ.Мортазина класы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2006) тамамлаған. 1988 й. алып ӨАПБ‑ның “Авангард” мәҙәниәт йортонда вокаль ансамбль етәксеһе, 1991 й. — БДОБТ хоры артисы, 1994 й. — Башҡорт филармонияһы солист‑вокалисы (2003—04 йй. художество етәксеһе), бер үк ваҡытта 1991 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1998—2013 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Йомшаҡ тембрлы матур тауышҡа эйә. Башҡарыу сәнғәтенә юғары йырлау мәҙәниәте һәм стилде нескә тойоу, тәьҫирлелек, хислелек хас. Концерт репертуарында сит ил (И.С.Бах, А.Дворжак, Д. Каччини һ.б.), ватан (А.Е.Варламов, М.И.Глинка, М.П. Мусоргский һ.б.), ш. иҫ. башҡорт (З.Ғ.Исмәғилев, А.М.Ҡобағошов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б.), татар (С.З.Сәйҙәшев, Р.М.Яхин), композиторҙарының вокаль музыкаһы; боронғо урыҫ романстары, украин, итальян һ.б. халыҡ йырҙары бар. Х. башҡарған “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”, “Томан”, “Урал”, “Үткән ғүмер”, “Һандуғас”,“Шәүрә”,“Әрме” һ.б.башҡорт халыҡ йырҙары тәьҫирлелек, сағыу образлылыҡ м‑н айырылып тора. Н.Ә.Дауытовтың әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы: Р.Т.Бикбаев шиғырына “Башҡортостан бында башлана” вокаль‑симфоник циклында тенор партияһы (2000), Ш.Бикҡол, Р.Ф.Мифтахов, Н.Нәжми, С.Әлибай шиғырҙарына вокаль циклдар,ш.уҡ күп кенә йырҙар. Цюрих ҡ. Халыҡ йортонда (Швейцария), Изге Стефан соборында (Вена), В.А.Моцарттың йорт‑музейында (Зальцбург ҡ., Австрия), Мюнхен консерваторияһының Концерт залында (Германия) һ.б. йырлай. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә (Мәскәү,1987; Саранск, 1988; Өфө,1989) ҡатнаша.Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австрия, Германия, Ҡытай, Нидерланд, Швейцария һ.б.) гастролдәрҙә була. “Тенор‑концерт” үткәреү инициаторы һәм уны ойоштороусы (Өфө, 1999, 2000, 2002, 2010,2014).“Тюрковизион” Халыҡ‑ара төрки телле халыҡтарҙың эстрада һәм халыҡ йырҙары фестивале лауреаты (Истанбул ҡ., Төркиә, 1996; Гран‑при); “Гәрәбә һандуғас” (“Янтарный соловей”) Халыҡ‑ара камера йыры конкурсы (Калининград ҡ., 1996) һ.б. дипломанты. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1999).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019