Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛКАЙН (Ялкаев) Яныш Ялкаевич

Просмотров: 911

ЯЛКАЙН (Ялкаев) Яныш Ялкаевич [25.10.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) – 17.9.1938, Мәскәү], яҙыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1934). Мари өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Йошкар‑Ола), СССР ФА‑ның Антропология һәм этнография ин‑тында (Ленинград) эшләй; “Советская этнография” (“Совет этнографияһы”) ж. (Мәскәү) редакция коллегияһы ағзаһы була. “Ҙур ҡош” (“Большая птица”; 1926), “Ул” (“Сын”; 1935) поэмалары, “Минең илем” (“Моя страна”; 1934) шиғырҙар йыйынтығы, “Андрий Толкын” (1934), “Ҡала” (“Город”), “Йәш саҡ” (“Юность”; икеһе лә – 1936) повестарынан торған автобиографик трилогия, “Ҡояшлы көн” (“Солнечный день”; 1935) хикәйәләр йыйынтығы һ.б. авторы. “Түңәрәк” (“Круг”; 1937) романында 20 б. башында Башҡортостан мариҙарыныңтормошо һәм көнкүреше, милли интеллигенцияның формалашыуы, эшселәр синыфының барлыҡҡа килеүе күрһәтелә. Я. әҫәрҙәре башҡорт теленә Х.Ғиләжев тарафынан тәржемә ителгән. Мари фольклористикаһы, әҙәбиәт ғилеме б‑са хеҙмәттәр авторы. Репрессиялана (1938), атыла. 1957 й. аҡлана. Я. исеме Сурай урта мәктәбенә бирелгән, унда яҙыусының музейы эшләй; мәктәп терр‑яһында уға бюст ҡуйылған. Уның исеме м‑н тыуған ауылында, Мишкә р‑ны Мишкә а. урамдар аталған. “Мәғрифәт” Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе, Мишкә һәм Ҡалтасы р‑ндары хакимиәттәре, Мишкә р‑нының В.И.Ленин ис. крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы тарафынан Я. исемендәге пр. булдырылған (1998 й. алып тапшырыла).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019