Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛМАН, е р ҡ у я н ы

Просмотров: 398

ЯЛМАН, е р ҡ у я н ы (Allactaga major), кимереүселәр отрядының ялман һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Күбеһенсә Ҡаҙағстандың, Себер көньяғының, Европа көньяҡ­көнсығышының ярымсүлдәрендә, далаларында, урман‑далаларында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 19—26 см, ауырлығы 300—335 г. Башы ҡыҫҡа, киң, мороно тупаҡ, күҙҙәре ҙур, ҡолаҡтары оҙон. Йөнө йомшаҡ, оҙон (ҡойроғонда ҡыҫҡа). Арҡаһы ерәнһыу таптар м‑н сыбарланған көрәнһыу һоро; ҡорһағы һәм аяҡтарының аҫҡы өлөшө аҡ; боттары аҡ һыҙыҡлы ҡыҙғылт көрән‑һары төҫтә. Аяҡтары биш бармаҡлы, алғылары артҡыларына ҡарағанда ҡыҫҡараҡ, беренсе бармағы һәм уның тырнағы ҡыҫҡа; артҡылары — эргә бармаҡлы. Табандар һәм бармаҡтар аҫты яланғас. Ҡойроғонда (30 см тиклем) май ҡатламдары булмай, осонда ҡара‑аҡ суҡ бар. Алғы аяҡтарын түшенә ҡыҫып, артҡы аяҡтарында йыраҡҡа һикереп хәрәкәт итә. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 1—8 бала тыу­ҙыра. 3 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡыш көнө йоҡоға тала. Үҫемлектәрҙеңорлоҡтары, үренделәре, ер аҫтындағы өлөштәре, ҡайһы берҙә бөжәктәр м‑н туҡлана. Тығыҙ тупраҡлы һәм үҫемлектәр һирәк үҫкән участкаларҙа тәрән даими һәм тәрән булмаған ваҡытлы өңдәр соҡой. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. А.х. культураларының ҡоротҡосо булып тора. Ку‑биҙгәген, мал чумаһын, туляремияны таратыусы. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019