Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИБУЛЛИН Илдус Лотфрахман улы

Просмотров: 344

ХӘБИБУЛЛИН Илдус Лотфрахман улы (21.7.1951, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ, масса күсереү һәм фильтрация процестарын, экология һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларын өйрәнеүгә, ш. иҫ. экологик мониторинг булдырыуға, арналған. Х. тарафынан юғары йышлыҡтағы электромагнит нурланышының диэлектрик мөхиттәр м‑н тәьҫир итешеүенең йылылыҡ‑физик һәм термогидромеханик үҙенсәлектәре тикшерелә; криолитозона шарттарында ерҙәрҙе һаҡлауҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә; сиктәре ирекле булған йылылыҡ, масса күсереү мәсьәләләренең физик‑матем. моделдәре уйлап табыла. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004).

Хеҙм.: Электромагнитная термогидромеханика поляризующихся сред. Уфа, 2000; Эко­логическое моделирование. Уфа, 2002; Эколого‑экономическое управление охраной окружающей среды. М., 2003 (авторҙ.).

 Р.Әҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019