Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИБУЛЛИН Исмәғил Тәлғәт улы

Просмотров: 366

ХӘБИБУЛЛИН Исмәғил Тәлғәт улы (3.1.1955, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Сатый а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2002—06 йй. дифференциаль тигеҙләмәләр каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1992 й. алып Матем. ин‑тында өлкән, 1996 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге математик физиканыңтигеҙләмәләрен тикшереүгә арналған. Х. тарафынан солитон тигеҙләмәләре өсөн сик мәсьәләләренә ҡарата симметриялы булған ғилми йүнәлеш булдырыла, Ли характеристик алгебраһы тикшерелә, Дарбу б‑са интегралланыусы дискрет тигеҙләмәләрҙе классификациялауҙың алгебраик алгоритмы, матрицалы функциялар аналитик шартлы булыуы т‑дағы Риман мәсьәләһе сиселешенең рекуррент алгоритмы төҙөлә. Х. ҡатнашлығында нефть ятыштарын үҙләштереүҙең йылылыҡ ысулы эшләнә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Integrable Boundary Value Problems for Elliptic Type Toda Lattice in a Disk Journal of Mathematical Physics. 2007. Vol.48. №10 (авторҙ.); Quantum and Classical Integrable Sine‑Gordon Model with Defect //Nuclear Physis B. 2008. T.795. Вып.3 (авторҙ.).

 А.В.Жибер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019