Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛМАУЫҘ

Просмотров: 363

ЯЛМАУЫҘ, башҡорт мифологияһында яуыз иблес. Әкиәттәрҙә(“Ҡараса батыр”, “Алтындуға батыр”) 7, 9 һәм 12 башлы йыланға йәки аждаһаға оҡшаш зат, ағастарын үҙе ул­тыртҡан баҡсала йәшәй. Ғәҙәттә батыр Я. ҡоллоҡҡа алған ҡыҙҙарҙы ҡотҡарыр өсөн уның м‑н алышҡа сыға һәм үлтерә. Хөрәфәттәр б‑са, Я. – кеше ашай торған сихырсы, убыр, бәпес һәм ҡыҙҙарҙы урлай; М.А. Ҡулаевтың яҙмалары б‑са, — мәскәйгәоҡшаған ҙур ауыҙлы ҡарт бисә. Я. башҡа төрки халыҡтарҙың мифологияһында ла осрай.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019