Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИБУЛЛИН Радик Ғабдулла улы

Просмотров: 336

ХӘБИБУЛЛИН Радик Ғабдулла улы (5.12.1934, Өфө — 7.3.2017, шунда уҡ), пианист. БАССР‑ҙың халыҡ(1985) һәм атҡ. (1972) артисы. Ә.С.Шайморатованың улы. 1953—57 йй. Мәскәү консерваторияһында уҡыған (Я.И.Мильштейн класы). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1968; М.А.Зайдентрегер класы). 1958 й. алып Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһы (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡытыусыһы, 1960—2004 йй. Башҡорт филармонияһы концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1991 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡытҡан.

Х. башҡарыу сәнғәтенә техник камиллыҡ, экспрессивлыҡ, музыкаллек, әҫәрҙәрҙең стилен һәм характерын тәрәндән аңлау, ансамблде тойоу хас булған. Репертуарына сит ил (Л. Бетховен, Ф.Лист, Ф.Шопен), урыҫ (М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Н.А.Римский‑Корсаков), башҡорт (З.Ғ.Исмәғилев, Р.В. Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов) композиторҙарының әҫәрҙәре ингән. Ульяновск ҡ. БАССР мәҙәниәте (1968), Яҡут (1969, 1978) һәм Ҡарағалпаҡ (1976) АССР‑ҙарында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте, Әзербайжанда БР мәҙәниәте (2001) көндәрендә ҡатнашҡан.СССР һәм донъяның 10 иле буйлап гастролдәрҙә булған. Бөтә Рәсәй опера‑камера йырҙары конкурсы (Пермь ҡ., 1987), Ф.Виньяс ис. (Барселона ҡ., Испания, 1993), М.И. Глинка ис. (1995) халыҡ‑ара конкурстар, Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Асыҡ респ. вокалистар конкурсы (1999; икеһе лә — Өфө) һ.б. дипломанты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019