Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай

Просмотров: 452

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта 1‑се Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 368 кеше; 1920 — 393; 1939 — 243; 1959 — 184; 1989 — 163; 2002 — 179; 2010 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ 1‑се Я. исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 243 кеше йәшәгән, 1866 й. 2‑се Я. 53 йортта — 391 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне иҫәпкә алынған. А.Р. Ишбирҙин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019