Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИБУЛЛИН Руслан Әмин улы

Просмотров: 563

ХӘБИБУЛЛИН Руслан Әмин улы (27.3.1966, Бәләбәй ҡ.), йырсы (лирик‑драматик баритон). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2002) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1994; Л.Ә.Кәримова класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2008 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Яғымлы тембрлы тауышҡа, сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, артистизмға эйә. Төп партиялары: Пугачёв (“Салауат Юлаев”; дебют, 1994), Буранбай (“Ҡаһым түрә”), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Мизгирь (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”, Н.А. Римский‑Корсаков), Валентин (“Фауст”, Ш.Гуно) һ.б. Концерт репертуарында Г.Малер, М.П.Мусоргский, К.Орф, Чайковский, Ф.Шуберттың вокаль әҫәрҙәре, башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар бар. Бильбао ҡ. опера театрында, Памплона ҡ. (икеһе лә — Испания) Х.Гаярре ис. опера театрында, “Аспендос” театрында (Анталия ҡ., Төркиә), “Колизей” концерт залында (Лиссабон) йырлай. СССР‑ҙың халыҡ артисы В.И.Пьявко, РФ‑тың атҡ. артисы Т.В.Куинджи, РФ‑тың һәм Украинаның атҡ. артисы Н.Г.Черепанов һ.б. м‑н сығыш яһай. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997, 2007), Төркиәлә БР мәҙәниәте көндәрендә (Истанбул ҡ., 2008, 2009), халыҡ‑ара төрки телле илдәрҙең опера сәнғәте фестивалендә (Кирения ҡ., Төньяҡ Кипр, 2000; Мерсин ҡ., Төркиә, 2008), “Опералия” муз. фестивалендә (Астана, 2008) һ.б. ҡатнаша. Рәсәй, Испания, Ҡаҙағстан, Португалия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Асыҡ респ. вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019