Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ялсы а/с үҙәге

Просмотров: 378

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ялсы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 52 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 290; 1939 — 241; 1959 — 282; 1989 — 233; 2002 — 240; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ялсы Мөҡсинов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Хөсәйен, 2‑се Я. булараҡ теркәлгән. 1795 й. Я. (Хөсәйендә) 19 йортта 123 кеше йәшәгән, 1866 й. 1‑се Я. 56 йортта — 329 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. С.Г.Мусин, Ф.Б.Шәмғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019