Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛСЫҠАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ЯЛСЫҠАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Шайтан й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 246 кеше; 1920 — 456; 1939 — 357; 1959 — 346; 1989 — 355; 2002 — 355; 2010 — 386 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Таймаҫ гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы Ялсыҡай а. башҡорттары Яңы Ялсыҡай исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Бөрйән, Үләкән. Яңауыл булараҡ билдәле булған. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ш.М. Вәхитов, З.С.Ҡотлогилдина, М.С. Хисамова, Х.Х.Хөсәйенов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019