Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Ғамир Әхмәтғәле улы

Просмотров: 349

ХӘБИРОВ Ғамир Әхмәтғәле улы (21.7.1949, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ҡараҡашлы а.), агроном‑иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1976 й. тиклем Шаран р‑нының “Правда” к‑зында иҡтисадсы булып эшләй. 1979 й. алып БДАУ‑ҙа: 1993—2000 йй. һәм 2008—12 йй. бухгалтерия иҫәбе һәм аудит каф., 2002—08 йй. аграр производство иҡтисады каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ауылдағы тауар етештереүселәрҙең хужалыҡ итеү формаларының иҡт. үҫешен өйрәнеүгә һ.б. бәйле. Х. етәкс. Шаран р‑нының “Марс”, “Победа”, “Правда” хужалыҡтарында тәүге тапҡыр коллектив подряд һәм хужалыҡ иҫәбе индерелә. 390‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Кооперация в аграрной сфере: теория и практика. Уфа, 2007; Антикризисное управление в сельскохозяйственных организациях. Уфа, 2009 (авторҙ.); Развитие садовод­ства в Республике Башкортостан (тенденции, перспективы и пути повышения экономической эффективности). Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019