ХӘБИРОВ Илгиз Ҡәүи улы
ХӘБИРОВ Илгиз Ҡәүи улы (8.4.1951, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡом а.), агроном‑тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Яңауыл р‑нының Беүә с‑зында агроном булып эшләй. 1973 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Биология ин‑тында: 1983 й. башлап өлкән, 1992 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1994 й. алып БДАУ‑ҙа (2013 й. тиклем тупраҡ ғилеме, ботаника һәм үҫемлектәр селекцияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге зона‑экологик аспектта тупраҡтың барлыҡҡа килеү процестарын һәм химик составын өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан төрлө сәнәғәт бысратҡыстары тәьҫир иткәндә тупраҡтың составы һәм үҙенсәлектәре үҙгәреү законлыҡтары билдәләнә, адаптив‑ландшафт ерҙе файҙаланыу нигеҙендә тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу программаһы һ.б. эшләнә. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 7 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2001).
Хеҙм.: Экология и биохимия азота в почвах Приуралья. Уфа, 1993; Почвы Башкортостана: в 2 т. Уфа, 1995—1997 (авторҙ.); Устойчивость почвенных процессов. Уфа, 2001 (авторҙ.).
Тәрж. А.Н.Күсеев