Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Илдус Хәйбулла улы

Просмотров: 353

ХӘБИРОВ Илдус (Индус) Хәйбулла улы (10.10.1935, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Йәнәби‑Урсай а. — 29.5.2007, Өфө), балет артисы, балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1963). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1955; педагогы А.Л.Кумысников) 1978 й. тиклем БДОБТ‑ның балет солисы, бер үк ваҡытта 1975—76 йй. баш балетмейстеры; 1980—81 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) художество етәксеһе, 1992—96 йй. Башҡорт филармонияһының баш балетмейстеры. Ленинград балет мәктәбенең сағыу вәкиле. Х. бейеүҙәренә музыкаллек һәм актёрлыҡ оҫталығы м‑н берләшеп етеҙ әйләнештәр, еңел һәм йомшаҡ һикерештәр хас булған. Шулай уҡ лирик һәм драматик ролдәрҙе бер тигеҙ уңышлы башҡарған. Төп партиялары: Колен (“Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель; дебют, 1955), Йомағол һәм Арыҫланбай (“Сыңрау торна”), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И. Чайковский), Ромео (“Ромео менән Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев), Бәхтейәр (“Гөлнәзирә”) һ.б. Айтуған партияһын (“Яратам һине, тормош”) тәүге башҡарыусы. Х.‑балетмейстер постановкалары пластик йәһәттән үҙенсәлекле хәл ителеш м‑н айырылып торған. Опера һәм балет театры сәхнәһендә “Айгөл иле” балетын (1971), “Яулыҡ тураһында поэма” (“Поэма о платке”), “Урман ҡыҙы тураһында легенда” (“Легенда о лесной девушке”; икеһе лә — Н.Ғ. Сабитов муз.), “Әминә үлеменә” (“На смерть Амины”; З.Ғ.Исмәғилев) хореографик миниатюраларын; Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн Исмәғилев муз. “Салауат” (“Салават”) хореографик поэмаһын, Р.В. Моратшин муз.“Бөркөткә һунар уйыны” бейеүен ҡуйған. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашҡан. Бирма, ГДР, Непал, Һиндостан буйлап гастролдәрҙә булған. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында Йомағол ролен башҡарған. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; икеһе лә — Мәскәү) лауреаты.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019