Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы

Просмотров: 398

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы [15.7.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) Иҫке Исай а. — 16.12.2003, Өфө], балет артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы К.В.Матсон) 1963 й. тиклем БДОБТ‑ның солисы, бер үк ваҡытта 1959 й. алып балет студияһы уҡытыусыһы. 1963—88 йй. Өфөнөң төрлө үҙешмәкәр сәнғәт бейеү коллективтары етәксеһе. Я. бейеүҙәре муз. тәьҫирлелеге, үҙенсәлекле техника, юғары һикерештәр м‑н айырылып торған. Бөтә тәүге спектаклдәрҙә: “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; Б.В. Асафьев), “Аҫау ҡолон‑Көмрө һырт” (“Конёк‑Горбунок”; Ч.Пуньи), “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” (“Тщетная предосторожность”; П.Гертель) балеттарында; “Фауст” (Ш.Гуно), “Иван Сусанин” (М.И.Глинка), “Аҡбуҙат” һ.б. операларҙа сығыш яһаған. Төп партиялары: Ҡыҙ (“Сыңрау торна”), Сванильданың әхирәте (“Коппелия”), Кесе аҡҡоштар (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Вариация (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр) һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшкән.

Р.Н.Хәбирова Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019